Швейцария:
ҙур маҡсаттар өсөн бәләкәй класс.
Эглон
колледжында донъяның 60 иленән 9-18 йәшлек
балалар уҡый. Дәрестәр парта артында
ғына үтмәй. Һүрәт төшөрөү, музыка, театр,
саңғы һәм тауҙарға поход. Балалар төрлө
яҡлап белем ала.
Клэр
Терней, әҙәбиәт уҡытыусыһы: “Беҙҙең
уҡыусыларыбыҙҙың мотивацияһы юғары.
Улар тормошта материаль йәһәттән генә
түгел, бар яҡлап та уңышҡа ирешергә
теләй. Улар бәхетле, йәмғиәткә файҙалы
булырға теләйҙәр.”
Һиндостан:
үҙ йортоңдан алыҫта уҡыу.
Ҡайһы
бер балалар өсөн мәктәптә уҡыу еңел
мәсьәлә булмауы ихтимал. Һиндостан
кеүек илдәрҙә кешеләр йыш ҡына цивилизация
уңайлыҡтары булмаған ерҙәрҙә йәшәй.
Йыш ҡына ундай ата-әсәләргә балаларын
мәктәп-интернаттарға ебәрергә тура
килә. Һиндостан төньяғындағы Шимлела
“Bishop Cotton” мәктәбе. Уҡытыусы Сапна
Шарма:
“Күп
малайҙар ата-әсәләрен һағына, беҙ уларҙы
тынысландырырға тырышабыҙ. “Беҙ һәр
ваҡыт һеҙҙең менән, беҙ һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ
кеүек, һеҙ яңғыҙ түгел,”-тибеҙ. Уҡыуға
ҡағылышлы ғына түгел, беҙ уларҙың бөтә
проблемаларын да хәл итергә тырышабыҙ”.
Индонезия:
бамбуктан мәктәп.
Бали
утрауы Бадунг районындағы “Йәшел”
мәктәп. Бында тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусыларҙың
яңы быуынын әҙерләйҙәр. Быйыл мәктәптә
донъяның төрлө мөйөштәренән 400 бала
уҡый. Алыҫтан килеүселәр өсөн махсус
ауыл-интернат төҙөлгән. Унда бөгөн 12
бала йәшәй. Уҡыусы ҡыҙ Мат:
“Тәбиғәт
менән бәйләнештә булыу минең өсөн бик
мөһим. Беҙ барыбыҙ ҙа- тәбиғәт балалары.
Тәбиғәт ҡосағында, уның бер өлөшө булып
йәшәү минең өсөн бик мөһим. Көн һайын,
бетон бинала ултырып, үҙеңде уҡырға
мәжбүр итеүҙән был күпкә яҡшыраҡ. Бында
бөтәһе лә тәбиғи.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий