вторник, 28 октября 2014 г.

Кобани: курдтар боевиктарҙы ҡыҫырыҡлай, әммә алыштар дауам итә.


Курд ҡораллы формированиелары Кобани тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарҙы һәм шулай уҡ яҡын тирәләге ауылдарҙы үҙ контроле аҫтына алды. Социаль селтәрҙә таратылған видеокадрҙарҙа курд ополчениеһы еңеүенә шатланып байрам иткән урындағы халыҡ күрһәтелә.

Төркиә менән сиктәш булған был Сүриә ҡалаһында һуғыштар дауам итә. Шәмбе көн терроризмға ҡаршы коалиция ”Ислам дәүләте”төркөмө боевиктары позицияларына, кәм тигәндә, 6 авиаһөжүм яһаны. Әммә экстремистарҙы әлегә тулыһынса ҡаланан ҡыуып сығара алмайҙар. Райондар, урамдар, хатта йорттар өҫтөнән контроль даими рәүештә бер яҡтан икенсе яҡҡа күсә. Урындағы күҙәтеүселәр хәбәр итеүенсә, боевиктар шәмбе көн минометтан 20 тапҡыр ут яуҙырған; снаряд ярсыҡтары Төркиә територияһына ла барып төшкән.

Стамбулда, экстремистарға ҡаршы алышыусы курдтарҙы яҡлауҙы талап итеп, бер нисә тиҫтә студент демонстрацияға сыҡты.

Европаның байтаҡ ҡалаларында ла курдтарҙы яҡлаған манифестациялар үтте. Улар Төркиәне һәм халыҡ-ара йәмәғәтселекте радикаль исламистарға ҡаршы көрәштә ҡыйыуһыҙ булыуҙары өсөн тәнҡитләй.




Комментариев нет:

Отправить комментарий