вторник, 28 октября 2014 г.

Иҡтисад хәле- Дилма Русефтың иң ауыртҡан урыны.


Бразилия президенты Дилма Русеф икенсе срокка һайланды. Урындағы гәзиттәр һайлауҙар хаҡында ентекләп яҙып сыҡты. Унда иллде нимә көтөүе хаҡында күҙаллауҙар ҙа бар. Русеф өсөн иң ҙур һынау- иҡтисад. Дүшәмбе көн башында милли валюта курсы артынан акциялар баҙары ла түбәнәйҙе. Элекке үҫеш темптарын ҡайтарыу өсөн, бизнес даирәһе вәкилдәре яңы президенттың килеүенә иҫәп тотҡайны.

Хөкүмәт, иҡтисад көрсөгөн дә индереп, төрлө ҡыйынлыҡтар менән осрашасаҡ,-ти сәйәси аналитик.-Иҡтисадта һиҙелерлек үҫеш тойолмай. Шулай ҙа хөкүмәт эшһеҙлек кимәлен ауыҙлыҡлай алды, ә был Русеф алдында торған төп мәсьәлә ине. Бөтә донъя көрсөк хәлендә булғанда, эш урындарын һаҡлап, минималь хеҙмәт хаҡын күтәреп, беҙ уны еңеп киләбеҙ тип, электоратты ышандыра алды күрәһең. Шуға күрә, уйлауымса, ул еңде.”

Икенсе турҙа Русеф өсөн һайлаусыларҙың 51 проценттан ашыуы тауыш бирҙе. Уның дәғүәсеһе, уң үҙәктән Аэсиу Нэвис, тауыштарҙың 48 проценттан ашыуын алды.

Русефтың еңеүен тәү сиратта фирҡәһенең социаль ярҙамын хуплаған ярлы ҡатлам вәкилдәре тәьмин итте. Бразилиияның иң бай һәм иң ярлы граждандарының килемдәре араһындағы айырма -элеккесә донъяла иң юғарыһы. Аналитиктар билдәләүенсә, Дилманы алда ябайҙан булмаған 4 йыл көтә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий