вторник, 28 октября 2014 г.

Мексика: студенттарҙың юғалыуы менән бәйле ҡулға алыуҙар.


Мексикала 43 студенттың юғалыуы менән бәйле тикшереү барышында наркокартелдең 4 ағзаһы ҡулға алынған. Йәштәр 26 сентябрҙә Игуала ҡалаһында ( Герреро штаты) булған ҡаршылыҡ акцияһы һәм шунан һуңғы полиция менән бәрелеш ваҡытында юғалған. Властарҙың уйы буйынса, студенттарҙы полиция урлаған һәм урындағы бандаға тапшырған.

Тәфтиш, полицейскийҙарҙың һөйләүҙәренә таянып, был эштәрҙең артында йәштәрҙең әүҙемлеген оҡшатмаған ҡала мэры тора, тип иҫәпләй. Әле мэрҙы полиция эҙләй.

Журналистарға Мексиканың генераль прокуроры Хесус Мурильо Карама бына нәмә тураһында хәбәр итте:

Һорау алыуҙар ваҡытында ҡулға алынған ике әҙәм студенттар юғалған көндө уларға ҙур халыҡ төркөмө тапшырылыуы тураһында һөйләне. Ҡулға алынған йәнә 2 кеше- енәйәтсел төркөм ағзалары, информатор ҙа булып тораған. Ошо ваҡиғаларҙа информаторҙар сифатында ҡатнашыуҙарын улар таныны. Ҡулға алынғандарҙан алынған мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө тикшерелә.”

Генпрокурор әйтеүенсә, ҡулға алынғандарҙан алынған мәғлүмәттәр Игуала ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан Кокула ҡалаһындағы күмәк ҡәберлекте барып табырға мөмкинлек биргән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий