среда, 29 октября 2014 г.

Сүриәнең күршеләре ҡасаҡтарҙан арыған.


Сүриә күршеләре был ил ҡасаҡтарынан арыған һәм, мигранттар ағымы күбәйеү сәбәпле, уларҙың урындағы халыҡ менән мөнәсәбәттәре ҡырҡыулаша барыуы хаҡында һөйләйҙәр. Шишәмбе көн Берлинда асылған халыҡ-ара конференцияла Германия сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайерҙың ҡасаҡтарҙың проблемаларын хәл итеүҙә Сүриәгә нығыраҡ теләктәшлек күрһәтергә саҡырыуына ҡаршы региондың бер нисә ил вәкиле шул турала сығыш яһаны.

Ҡабул итеүсе яҡтың арығанлығы һиҙелә, Сүриә ҡасаҡтарының ихтыждарын ҡәнәғәтләндереү барған һайын ауырлаша,-”тип белдерҙе Иорданияның сит ил эштәре министры. Уның һүҙҙәре буйынса, ил Сүриәнең 1,5 миллион ҡасағын ҡабул иткән.

Мигранттар күпләп килгән Төркиә һәм Ливанда ла шундай уҡ проблемалар: ҡасаҡтарға морон төртөр урын ғына түгел, торлаҡ, эш, медицина ярҙамы, аҙыҡ-түлек һәм башҡа ресурстар кәрәк.

Ваҡытлы лагерҙарыбыҙ булыуға ҡарамаҫтан, сүриәлеләрҙең 85 проценты ауыл һәм ҡалаларҙағы биналарҙа йәшәй. Күптәре ҙур булмаған коммерция предприятиелары асып ебәрҙе: икмәханалар, аҙыҡ-түлек кибеттәре, башҡа магазиндар. Улар рөхсәтһеҙ һәм лицензияһыҙ эшләй, йыш ҡына Ливан һатыусылары менән ғәҙел конкуренция алып бармай,”-тип һөйләй һуңғы йылдарҙа халҡы миллиондан ашыу сүриәлеләр иҫәбенә өстән бергә артҡан Ливан премьер-министры.


Конференцияла яңғыраған мәғлүмәттәр буйынса, Сүриәләге граждандар һуғышы арҡаһында, күрше дәүләттәргә 5 миллионға ҡәҙәр кеше ҡасҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий