пятница, 3 октября 2014 г.

Владимир Путин: беҙҙең приоритеттар- АТР һәм БРИКС, Латин Америкаһы илдәре менән эшлекле партнерлыҡты тәрәнәйтеү.


Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин йыл һайын үткәрелә торған алтынсы “Рәсәй саҡыра”инвестиция форумы делегаттары алдында сығыш яһаны. Үҙенең сығышында Рәсәй етәксеһе хәҙерге шарттарҙа Рәсәй һәм регион иҡтисадының приоритеттары, санкциялар шарттарында Рәсәй иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеү хаҡында һөйләне.

Эйе, шарттар ҡатмарланды, әммә был, әйтеп үтеүемсә, ресурстарҙы концентрациялауға һәм иң яҡшы юлдарҙы һайлауға беҙҙең стимул. Латин Америкаһы илдәре, Азия-Тымыҡ океан регионы дәүләттәре, БРИКС буйынса беҙҙең коллегаларыбыҙ, шул иҫәптән, әлбиттә, Ҡытай һәм Һиндостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе, сауҙа, инвестиция, технология партнерлығын тәрәнәйтеү- беҙҙең приоритеттар.”

Үҙенең сығышында Владимир Путин шуны билдәләп үтте: “валютаның тирбәлеүҙәренә ҡарамаҫтан, Рәсәй иҡтисадының тотороҡлоғон тәьмин итеүсе фундаменталь факторҙар бик көслө.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий