пятница, 3 октября 2014 г.

Төрөк армияһы Сүриәлә һәм Иракта операция үткәреүгә рөхсәт алды.


Төрөк армияһы Сүриә һәм Иракта “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары менән көрәшеү өсөн рөхсәт алды. Төркиә шулай уҡ үҙ территорияһын һәм хәрби базаларын халыҡ-ара коалиция ҡарамағына биреп торасаҡ.

Кесе йома кис ил парламенты тейешле мандатты 4 октябрҙән башлап 1 йыл срокка биреү хаҡындағы хөкүмәт инициативаһын яҡланы.

Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган региондағы террористик төркөмдәр менән көрәштән тыш Анкара өсөн Сүриә режимын алмаштырыу ҙа мөһим икәнлеген әйтеп үтте.

Террористик төркөмдәр исемлегендә Курдстан Эшселәр фирҡәһе лә бар, Анкара уның менән 40 йыл инде көрәшә...Әммә Ирак курдттары- боевиктарға ҡаршы тороусы төп көс, шуға күрә төрөк ғәскәрҙәренең ҡатнашыуы хәлде ҡатмарландырып ебәреүе ихтимал.

Төркиә парламенты ҡарар ҡабул иткән арала, урамда хәрби ҡыҫылышҡа ҡаршы булғандарҙың күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы акцияһы үтте.






Комментариев нет:

Отправить комментарий