пятница, 3 октября 2014 г.

Болгарияла матәм көнө.


Болгарияның төньяҡ-көнбайышындағы шартлатҡыстар етештереү һәм һуғыш кәрәк-яраҡтарын утилизациялау заводындағы шартлауҙар һөҙөмтәһендә 15 кеше һәләк булған. Шартлау миналар демонтажы ваҡытында булған. Яңы шарталауҙар ҡурҡынысы арҡаһында, фажиғә урынын тикшереү иртәгәгә ҡәҙәр кисектерелгән.

Светлозар Лазаров, эске эштәр министрлығының баш сәркәтибе:

Завод тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, бер генә төҙөк бина ла ҡалмаған. Полиция шартлау урынын уратып алды. Хәҙер беҙ махсус техника ярҙамында күҙәтеү алып барабыҙ. Иҫән ҡалғандарҙы табырға тырышабыҙ, әммә бер тере йән эйәһе барлығы ла тойолмай.”

Заводта 150 кеше эшләгән. Шартлау төнгө смена ваҡытында булған, тән йәрәхәттәре алған өс кеше генә иҫән ҡалған.

Заводтың яралы эшсеһе:

Беҙ эште тамамлап сығып килә инек. Прпускыбыҙҙы күрһәтеп торғанда, ҡот осҡос гөрһөлдәү ишетелде. Миңә ниндәйҙер ярсыҡ килеп бәрелде. Йығылып, һуштан яҙғанмын.”

Емерелгән заводта был ҡәҙәр масштабта булмаһа ла, элек тә шартлауҙар булған һәм эшселәр үлгән. Ике ай элек кенә завод именлек ҡағиҙәләре үтәлмәү тураһында киҫәтеү алған.

Болгарияла 3 октябрь матәм көнө тип иғлан ителгде.






Комментариев нет:

Отправить комментарий