среда, 29 октября 2014 г.

”Антарес” һәләкәте: Халыҡ-ара йыһан станцияһы аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалмаясаҡ.


Уоллопс космодромындағы һәләкәт Cygnus хәленә кире йоғонто яһамаясаҡ- НАСА вәкиле шундай белдереү менән сығыш яһаны. Cygnus шәхси йөк карабы Халыҡ-ара йыһан станцияһына 2 тонна самаһы аҙыҡ-түлек һәм ғилми ҡорамалдар алып барырға тейеш ине. Әммә старттан һуң бер нисә секунд үткәс тә, Antares ракетаһы янып китте һәм майҙанға ҡолап шартланы. Зыян күреүселәр булмаһа ла, старт комплексы боҙолдо.



Майк Саффредини НАСА-ның Халыҡ-ара йыһан станцияһы программаһы башлығы:

Станция менән идара итеү процесында бындай хәлдәр мөмкинлеген беҙ күҙ уңында тотабыҙ. Әгәр тәьминәт карабы Халыҡ-ара йыһан станцияһына барып етә алмаһа, борттағы запастар 4-6 айға етәсәк әле. Икенсе карап килмәгән хәлдә лә, булған запастар, кәм тигәндә, киләһе йылға ҡәҙәр етәсәк.”

Бөгөн Халыҡ-ара йыһан станцияһына Рәсәйҙең “Прогресс М-25М” йөк карабы юл тотасаҡ.


Антарес” һәләкәтенең сәбәптәре әлегә аныҡ ҡына билдәле түгел. Был ракетаның бишенсе осошо ине һәм “Сигнус”тың өсөнсө коммерция рейсы булырға тейеш ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий