среда, 29 октября 2014 г.

Ирак курдтары һуғышсылары Кобаниға ярҙам итәсәк.


Сүриәнең Кобани ҡалаһын “Ислам дәүләте” төркөмө экстремистарынан һаҡлаусыларға ярҙамға Ирак курдтары килә.

Ирак курдтары хәрби конвойҙы Төркиә территорияһы аша оҙатты. Уның составында артиллерия установкалары, бронялы джиптар, йөк машиналары, башҡа хәрби машиналар, тәьминәт автомобилдәре һәм тиҙ ярҙам кареталары бар. Кобаниға “пешмерга”курд формированиеһының 152 һуғышсыһы ла ебәреләсәк. Урындағы киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Төркиә “пешмерга” конвойын Вашингтон баҫым яһағас ҡына үткәрергә ризалыҡ биргән.

Ислам дәүләте” боевиктары бына 40 көн инде Кобаниҙы ҡамап тора. Ҡала халҡының күбеһе һуғыштан күрше Төркиәгә ҡасҡан. Көн элгәре АҠШ-тың хәрби Һауа көстәре һәм уның союздаштары ҡала ситендәге экстремистарҙың позицияларына дүрт һауа рейды яһаған. Бер нисә миномет-артиллерия расчеты һәм хәрби транспорт сараһы юҡ ителгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий