Төркиә
президенты Рәжәп Тайип Эрдоган үҙенең
инаугурация көнөндә ҡунаҡтарға дәүләт
башлығының яңы һарайын күрһәтте. Төп
бина Ататөрк портреты менән биҙәлгән,
ә бөтә комплекс ике йөҙ мең квадрат метр
территорияны биләй һәм һалым түләүселәргә
270 миллион евроға төшкән. Тәнҡитләүселәр
уның яңы төйәген американлыларҙың Аҡ
йортона оҡшатып, “Аҡ һарай” тип атай
һәм Анкарала төҙөлгәненән тәүгеһе 6
тапҡыр бәләкәйерәк булыуы хаҡында ла
әйтергә онотмай.
Эрдоган
– төрөк дәүләтенең 12 башлығы, шул иҫәптән
төрөк дәүләтенә нигеҙ һалыусы Кемаль
Ататөрк ултырыштар үткәргән Чанкай
һарайын- ил лидерҙарының традицион
резиденцияһын ҡалдырып китергә ҡарар
иткән Төркиәнең тәүге президенты.
Шаршамбы
кисендә яңы һарайҙа Эрдогандың
инаугурацияһы айҡанлы мәжлес уҙғарылырға
тейеш ине һәм ҡунаҡтарға ике мең ярым
саҡырыу ҡағыҙы ебәрелгәйне.18
кешенең ғүмерен киҫкән Караман провинцияһы
шахтаһындағы һәләкәт арҡаһында, Эрдоган
тантананы үткәрмәҫкә булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий