четверг, 30 октября 2014 г.

Төркиә: ер аҫтындағы 18 шахтерҙың иҫән ҡалыуына өмөт әҙ.


Төркиәнең Караман провинцияһы шахтаһындағы һәләкәттән һуң, 18 таусы ер аҫтында бикләнеп ҡалған. Забойҙар емерелеп, һыу баҫа башлағас, шул ҡәҙәр үк кеше өҫкә күтәрелә алған. Һәләкәт торба тишелеүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Властар шуны таный: хәүефһеҙ бүлеккә генә күсә алмаһалар, шахтерҙарҙың иҫән ҡалыуына өмөт әҙ. Һәләкәт урынына юғары пост биләгән чиновниктар, шул иҫәптән премьер-министр Әхмәт Дауыт улы,  транспорт һәм энергетика министрҙары килде.

Фажиғә Төркиә тарихында шахталағы иң ҙур һәләкәткә ярты йыл да үтмәҫ борон булды. Ошо йылдың майында Сома ҡалаһында ер аҫтында 302 кеше һәләк булғайны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий