пятница, 31 октября 2014 г.

Швеция Фәләстиндың дәүләт булыуын таныны.


Швеция ЕС-тың хәҙерге заман тарихында Фәләстин дәүләтен таныған тәүге дәүләт булды. Фәләстиндар лидеры Мәхмүт Аббас был ҡарарҙы хупланы һәм уны “тарихи” тип атаны. 1980 йылдар аҙағында Болгария, Румыния, Польша, Кипр, Мальта, Чехия һәм Венгрия уны танығайны инде. Фәләстинды танырға әҙер булыуы хаҡында Швецияның яңы премьеры Стефан Левен октябрь башында белдергәйне. Израиль сит ил эштәре министрлығы башлығы Авигдор Либерман был ҡарарҙы тәнҡитләп сыҡты. Короллектең сит ил эштәре министры Маргот Вальстрем былай тине:

Беҙҙең ҡарарыбыҙҙы Израиль тыныс һәм конструктив рәүештә ҡабул итер, һәйбәт хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ.”

Фәләстин дәүләтен 134 дәүләт рәсми рәүештә таныған. Ул Ғәрәп дәүләттәре лигаһы составына инә, әммә БМО-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы составына инмәй, сөнки АҠШ, Бөйөк Британия, Франция- Именлек Советының өс даими ағзаһы, ЕС-тың күпселек илдәре һәм Япония уны таныманы.

13 октябрҙә Британия парламентының түбәнге палатаһы Фәләстинды таныу буйынса тауыш бирҙе. Тауыш биреү символик характерҙа булды. Британия сит ил эштәре министрлығында, Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ булдырыуға ярҙам итәсәгенә ышаныс тыуғас ҡына, хөкүмәттең Фәләстинды таныясағын белдерҙеләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий