пятница, 31 октября 2014 г.

АҠШ: самолет аэропортҡа ҡолаған.


АҠШ-та самолет Канзас штатының Вичита ҡалаһы аэропортына бәрелеп ҡолаған. Бәрелеү унлап кеше булған осош именлеге бүлегенә тура килгән. Хәбәр итеүҙәренсә, ике кеше һәләк булған һәм дүрт кеше етди тән йәрәхәттәре алған.

Бина шунда уҡ яна башлаған һәм аэропорттан пассажирҙарҙы эвакуациялай башлағандар. Шунан бер нисә минут алда ғына Вичита аэропортынан ике моторлы Beechcraft 200 самолет осоп киткән, тик аҙаҡ, кире әйләнеп, йәнә төшөп ултырмаҡсы булған.





Комментариев нет:

Отправка комментария