АҠШ
Польша прокуратураһына, шишәмбе көн
Польша йәһүдтәре тарихы музейының
экспозицияһын асыуҙа ҡатнашҡан билдәле
кинорежиссер Роман Поланскиҙы ҡулға
алыуҙы һорап, рәсми запрос ебәрҙе. Краков
ҡалаһы полицияһы кинорежиссерҙан һорау
алды, әммә уны һаҡ аҫтына алыуҙы кәрәк
тапманы.
80
йәшлек Поланскиҙы 1977 йылдан бирле
Интерпол эҙләй- Лос-Анджелес суды уны
бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепле
тип тапҡан.
Һүҙ
АҠШ-та булған ваҡиға хаҡында бара: 13
йәшлек модель Саманта Геймер Поланскиҙы
көсләүҙә ғәйепләгән. АҠШ прокуратураһы
режиссерҙы тотоп биреүҙе беренсе тапҡыр
ғына талап итмәй.
2009
йылдың сентябрендә Роман Поланскиҙы,
награда тапшырыу өсөн, Цюрихҡа Швейцария
кинофестиваленә саҡыралар. Швейцарияға
килеү менән, ул аэропортта уҡ ҡулға
алына. Бер нисә айҙан режиссер залогҡа
иреккә сығарыла, ә 2010 йылдың июлендә
Швейцария властары Поланскиҙы АҠШ-ҡа
экстрадициялауҙан баш тартып азат итә.
Донъяның
күпселек илдәрендә үҙ граждандарын
экстрадициялауға юл ҡуйылмай, ә Полански
Франция һәм Польша гражданины. Ул
Францияла йәшәй, Польшала һәр саҡ ял
итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий