понедельник, 6 октября 2014 г.

Төркиә: властар Сүриә менән сиктәш ауылдарҙы эвакуациялай.


Властар Шанлыурфа провинцияһындағы Сүриә менән сиктәш өс ауылдың халҡын ҡурҡыныс янау сәбәпле эвакуациялай башланы.

Йәкшәмбе көн Төркиәнең Сүриә менән сиктәш Суруч ҡалаһында миномет снаряды бер йортҡа тейгән. Кәм тигәндә, 5 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Араларында 5 йәшлек бала ла бар.

Төркиәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Сүриә территорияһынан снаряд Кобани ҡалаһы районында курд ополчениеһы һәм “Ислам дәүләтетөркөмө боевиктары алышы ваҡытында ебәрелгән.


Ҡала ике аҙна инде ҡамауҙа. Уның өҫтөнән контроль булдырыу өсөн, аяуһыҙ һуғыштар бара. Йәкшәмбе боевиктар ҡаланы ауыр артиллериянан утҡа тотто, ҡаланың көньяғындағы стратегик бейеклек улар ҡулына төштө. Кобани өсөн алыштар башланғаны бирле, 160 меңдән ашыу курд күрше Төркиәгә ҡасырға мәжбүр булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий