воскресенье, 5 октября 2014 г.

Африка: Эбола биҙгәгенән үлеүселәрҙең мәйеттәре урамдарҙа ята.


Сьерра Леонела Эбола биҙгәгенән үлеүселәрҙең мәйеттәре ҡайһы саҡ урамдарҙа бер нисә көн буйы ята. 17 йәшлек йәш кешенең мәйете илдең баш ҡалаһы Фритаун урамында, тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе, 4 көн ятты. Медицина бригадаһы, мәйетте махсус спрей менән эшкәртеп, аҙаҡ машинаға тейәп алып китте.

Властар Эбола биҙгәге эҙемтәләре менән көрәшеү өсөн персоналдың етмәүен таный.

Элайджа Мозес Аши, полиция суперинтенданты:

Улар: “Беҙ киләбеҙ инде,”- тинеләр. Был хәл шишәмбе булды. Кисә шылтыраттыҡ. Шаршамбы көн шылтыраттыҡ. Бөгөн иртән дә шылтыраттыҡ, сөнки түҙемлеге бөткән халыҡ автотрассаны ябырға йыйыныуы хаҡында мәғлүмәт алдыҡ.”

Үткән аҙнала Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Фритаунда 400 санитарҙы эшкә өйрәтә башланы. Әммә ауырыу шул ҡәҙәр ҙур тиҙлек менән тарала, ул санитарҙар ҙа әҙ булыуы ихтимал.

Ауырыуҙар менән эшләгән медиктарҙың үлем кимәле элеккесә бик юғары. 200-ҙән ашыу санитар вафат булған да инде. Региондағы Эбола биҙгәгенән үлеүселәр һаны 3439-ға еткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий