воскресенье, 5 октября 2014 г.

Мексика: юғалған студенттарҙы эҙләгәндә, ҙур ҡәберлек табылған.


Уҙған ял юғалған студенттарҙы эҙләү операцияһы барышында, Мексиканың Игуала ҡалаһы янында ҙур ҡәберлек табылған. Ҡәберлеккә илтеүсе автомагистралде япҡандар. Прокуратура табылған кәүҙәләрҙе ҡаҙып ала башлаған.

Бер аҙна элек полиция мәғариф реформаһына ҡаршы сыҡҡан студенттарға һөжүм иткән. Хәбәр итеүҙәренсә, 6 кеше һәләк булған, ә 43 кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иғлан ителгән. Уларҙың яҙмышы әле булһа асыҡланмаған. 

Оператив тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, прокуратура студент активистарына һөжүм итеүгә ҡағылышы бар тип иҫәпләнгән бер нисә тиҫтә полицейскийҙы ҡулға алған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий