вторник, 14 октября 2014 г.

Төркиә: “авиабазаны файҙаланыу хаҡында АҠШ менән яңы килешеү әлегә төҙөлмәгән.”


Дүшәмбе Сүриә-Төркиә сигендә “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары һәм курдтарҙың ҡораллы формированиелары араһында аяуһыҙ алыштар барҙы. Сүриә курдтарының рәсми булмаған баш ҡалаһы Кобаниҙың яртыһы тиерлек экстремистар ҡулында. АҠШ етәкселегендәге коалицияның яңы авиаһөжүменә ҡарамаҫтан, улар һөжүмде туҡтатмай, ярҙамға яңынан-яңы көстәр килә.

Төркиәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бомбаға тотоуҙар һөҙөмтәһендә, картечь, техника киҫәктәре һәм биналарҙың өлөштәре сик буйындағы төрөк ауылдарына ҡәҙәр барып еткән. Кобаниҙың көнсығышы һәм көньяҡ-көнсығышы боевиктар контроле аҫтында, ә ҡаланың төньяғында радикаль исламистар шартлатҡыс тултырылған йөк машинаһын шартлатҡан.

Милли именлек буйынса АҠШ президенты ярҙамсыһы Сюзан Райстың, “Ислам дәүләте”нә ҡаршы операциялар үткәреү маҡсатында төрөктәрҙең “Инжирлик” авиабазаһын ҡулланыуға ҡағылышлы Анкара һәм Вашингтон килешеүе төҙөлөүе хаҡындағы белдереүен Төркиә кире ҡаҡты.

Анадолу”информагенствоһы, Төркиә хөкүмәтендәге исеме аталмаған сығанаҡтарға таянып, был мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәрҙең дауам итеүе, әммә яңы килешеү төҙөлмәүе хаҡында хәбәр итә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий