вторник, 14 октября 2014 г.

Рәсәй һәм ҠХР төрлө өлкәләрҙәге тиҫтәләрсә килешеүгә ҡул ҡуйҙы.


Украиналағы көрсөк менән бәйле Көнбайыштың санкцияларына дусар булған Рәсәй көнсығыш күршеһе менән яҡыная бара. Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡытай энергетика, сауҙа һәм финанстар өлкәһендә 40 cамаһы килешеүгә ҡул ҡуйҙы- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы хөкүмәте башлыҡтары Дмитрий Медведев һәм Ли Кэцяндың Мәскәүҙәге осрашыу һөҙөмтәләре шундай. Улар араһында Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың Үҙәк банкылары араһындағы 150 миллиард юань күләмендәге валюталар менән алмашыу операцияһы хаҡында ла килешеү бар.

Рәсәй кабинеты башлығы Дмитрий Медведев былай тине:

Донъя финанстарында хәлдәр ябайҙан түгел. Бөтә илдәр ҙә тиҙ үҫешә алмай, беҙҙең дә үҙебеҙҙең ҡатмарлыҡтар бар. Шуға ҡарамаҫтан илебеҙҙең иң ҙур банкылары уртаҡ проекттар өсөн кредит линияһын асыу тураһында килешеү төҙөй алды.”

Ли Кэцян шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды:

Быйыл халыҡ-ара сауҙа кимәле үҫеше темптары ҡыйынлыҡ менән бара, ә беҙҙең илдәр араһындағы сауҙа бәйләнеше динамик рәүештә үҫә. Был факт үҙе үк күрһәтеп тора: хеҙмәттәшлек өсөн беҙҙең потенциал ҙур.”

Эксперттар билдәләүенсә, банк өлкәһендәге килешеү һумдарҙы һәм юандәрҙе сауҙа, инвестицияларҙа киңерәк ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.

Шулай уҡ дүшәмбе көн Рәсәй һәм ҠХР көнсығыш маршрут- “Себер көсө” газ үткәргесе аша Рәсәй тәбиғи газын оҙатыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында ла килешеү төҙөнө.


Комментариев нет:

Отправить комментарий