пятница, 10 октября 2014 г.

Төркиә-НАТО: Анкара көрәшкә әҙер, әммә яңғыҙы түгел.


Америка авиацияһы союздаштары ярҙамында Сүриәнең Кобани ҡалаһындағы һәм уның тирәһендәге боевиктарҙың позицияларына яңы авиаһөжүмдәр яһаны.

Ислам дәүләте” төркөмдәренә ҡаршы торорға маташҡан курд ҡораллы отрядтары халыҡ-ара коалициянан ярҙамды көсәйтеүҙе һорай.

Кобани әлегә һуғышҡа ҡыҫылмауҙы хуп күргән Төркиәнән 50 километр алыҫлыҡта. НАТО генсегы Йенс Столтенберг менән осрашыу ваҡытында, Төркиә сит ил эштәре министрлығы башлығы Мәүлет Чавуш улы былай тип белдерҙе:

Төркиә бер үҙе ҡоро ер операцияһын башлар тип көтөү урынһыҙ. Беҙ союздаштарыбыҙ менән мөмкин булған төрлө варианттарҙы ҡарайбыҙ. Дөйөм ҡарар ҡабул ителһә, Төркиә эштең үҙенә ҡағылған өлөшөн үтәйәсәк.”
НАТО ла, Вашингтон да Анкара ныҡышып тәҡдим иткән пилотһыҙ һәм буфер зоналары булдырыу хаҡында һүҙ алып бармай. Шул уҡ ваҡытта АҠШ президенты Барак Обама Төркиәнең тик тороуына бер ни тиклем ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

Төркиә парламенты үҙ ғәскәренә сик аша сығырға рөхсәт биргәйне, әммә әлегә тәүәккәл аҙым яһалманы- боевиктар һөжүм итә, Кобани тирәһендә уларҙы авиаһөжүмдәр генә тотҡарлай.

Боевиктар курд ополчениеһынан тартып алынған ҡорал һәм хәрби техника күрһәтелгән видеокадрҙарҙы баҫтырып сығарҙы. Видеояҙмаларҙың дөрөҫлөгөн раҫлау йәки инҡар итеү әлегә мөмкин түгел.



Комментариев нет:

Отправить комментарий