пятница, 10 октября 2014 г.

Гректар ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашҡан этте-Луканикосты юҡһына.


Һуңғы йылдарҙа Луканикос (Сосиска) атлы йорт эте Грециялағы ҡаршылыҡ хәрәкәтенең символына әйләнеп киткәйне. Ошо йылдың майында, уның йөрәге ярылып үлеүе асыҡланғас, бөтә Афина халҡы тулҡынланды. Манифестацияларҙа уның актив ҡатнашыуын күптәр хәтерләй бит.

2011 йылда “Time” журналы Луканикосты иң популяр хайуандар исемлегенә индерҙе. Пьедесталдың иң башында унан алда Усама бен Ладенды тотоуҙа ҡатнашҡан АҠШ диңгеҙ пехотаһы эте генә тора.


Полицейскийҙарға өрөп һәм йәш ағыҙыусы газдан ҡасып, үҙенсә ғәҙеллекте һәм тауыш биреү хоҡуғын яҡлаған ул этте барыһы ла һағынып иҫкә ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий