четверг, 9 октября 2014 г.

Эшһеҙлек буйынса ЕС саммиты: 17 йыл үткән- алға китеш юҡ.


ЕС-тың 18 дәүләт һәм хөкүмәт башлығы Миландағы саммитта еврозонаны көрсөктән сығарыу юлдары хаҡында һөйләште. Йәштәр араһындағы эшһеҙлек проблемаһы буйынса һөйләшергә планлаштырылған осрашыу килеп тыуған иҡтисади хәл хаҡындағы иҡтисади дискуссияға әүерелде. Италия премьер-министры Маттео Ренци реформалар үткәреү кәрәклегенә баҫым яһаны, Франция президенты Франсуа Олланд сығымдарҙы арттырыу яғында ине, ә Германия канцлеры Ангела Меркель быға ҡырҡа ҡаршы булды. Британия премьеры Дэвид Кэмерон Миланға килеп тә тормаған.

Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү программаһын беҙ Европаның иҡтисади үҫешен яҡлау программаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө итеп ҡарарға тейешбеҙ,-тип үҙ фекерен яҡланы Олланд.-Европаның киләсәге һорау алдында тора. Әгәр ул йәш быуынға өмөт бирә алмаһа, кешеләр уға ышынысын юғалтасаҡ. Беҙ был хәүефте күрәбеҙ. Европаны йәштәрҙең киләсәге булған төйәккә әйләндерергә тейешбеҙ.”

2013 йылдың февралендә Евросоюз, 2014-2020 йылдарҙа йәштәргә эш урындары булдырыу өсөн, 6,4 миллиард евро бүлде. “Йәштәргә гарантия” программаһы мөһим роль уйнарға тейеш, уның буйынса 25 йәшкә тиклемге Европалағы һәр бер йәш кешенең йәки эш урыны, йәки уҡыған урыны, йәки квалификацияһын үҫтерергә мөмкинлеге булырға тейеш.

Олландҡа әлегә өҫтәмә сығымдарға риза булмаған Ангела Меркель менән ризалашырға тура килде:”Мәсьәлә был аҡсаларҙың етерлек булыуында түгел. Беҙгә финанстарҙың килеп тороуын тәьмин итергә кәрәк- был беҙҙең төп маҡсат. Әлбиттә, инвестиция менән шөғөлләнергә тейешбеҙ. Әммә төп һорау тыуа- ҡайҙа. Бының өсөн бер нәмәне белергә кәрәк: киләсәктә ниндәй эш урындары кәрәк буласаҡ, ә ниндәйҙәре үткәндә тороп ҡаласаҡ.”

Әлеге ваҡытта 25 йәшкә тиклемге европалыларҙың 21, 6 проценты эшһеҙ. 17 йыл элек, мәшғүллек буйынса ЕС-тың тәүге саммиты барғанда, был күрһәткес шундай уҡ ине тиергә була-21,7%.



Комментариев нет:

Отправить комментарий