среда, 8 октября 2014 г.

Эбола биҙгәге Европаға килде.


Эбола вирусы таралыуы Европа халҡында паника тыуҙыра башланы. Париждың Булонь-Бийянкур биҫтәһендә өс ғаилә бөгөн балаларын мәктәпкә ебәрмәгән. Уларҙың фекере буйынса, балаларының күптән түгел Гвинеянан ҡайтҡан класташы хәүеф сығанағы булыуы ихтимал.

Уҡыусы баланың әсәһе:

Вирустың инкубация периоды өс аҙна булғас, уны карантинға урынлаштырырға кәрәк ине. Ә беҙгә өс аҙна нимә эшләргә? Балаларыбыҙҙы мәктәпкә йөрөтөргәме әллә йөрөтмәҫкәме?

Малайҙа ауырыу билдәләре тойолмай.

Себастьян Дюмон, Ата-әсәләр федерацияһы ағзаһы:

Булмаған ҡурҡынысты уйлап сығарып, был балаға һәм уның ғаиләһенә ярлыҡ йәбештерергә нигеҙ юҡ.”

Аэропорттарҙа медицина контролен көсәйтеү Эбола вирусының таралыуына сик ҡуйырмы?

Профессор Джон Сидни Оксфорд, вирусолог, королева Мария исемендәге Лондон университеты:

Аэропорттарҙа врач күҙәтеүе мәсьәләһен АҠШ президенты Барак Обама күтәргәнен беләм. Киҙеү, атипик үпкә шешеүе, Яҡын Көнсығыш коронавирусы- быларҙың береһен дә ауыҙлыҡларға ул ярҙам итмәне, буталсыҡлыҡ һәм ризаһыҙлыҡ ҡына тыуҙырҙы. Беҙҙең ҡулдан килгән, беҙ булдыра алған берҙән-бер сара- вирусҡа ҡаршы үҙе барлыҡҡа килгән төбәктә, Көнбайыш Африкала һуғыш асыу.”

Сьерра-Леонела Эбола вирусын йоҡторған Норвегияның “Сиктәрһеҙ врачтар” халыҡ-ара ойошма хеҙмәткәрен бөгөн Норвегияға алып ҡайттылар. Уны АҠШ һәм Канада ғалимдары эшләп сығарған эксперименталь вакцина менән дауалаясаҡтар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий