среда, 8 октября 2014 г.

Төркиә курдтары Анкараны ғәйепләй.


Манифестанттар, күпселеге курдтар, Диярбакыр һәм Төркиәнең башҡа ҡалаларында ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашты. Сик ашаһындағы Сүриәнең Кобани ҡалаһында нисәмә көн инде курдтарҙың “пешмерга” үҙоборона отядтары һәм ИД (ИГ) боевиктары араһында аяуһыҙ һуғыш барғанда, хөкүмәттең бер сара ла күрмәүенә уларҙың асыуҙары килә.

Хәбәр итеүҙәренсә, демонстрацияны ҡыуып таратҡанда, бер кеше һәләк булған, бик күптәре зыян күргән. Анкарала һәм Стамбулда полиция һыу атҡыстар һәм йәш ағыҙғыс газ ҡулланған. Манифестанттар властарҙан сикте нығытыу менән генә сикләнмәй, көтөп ҡарап ултырыуҙан актив позицияға күсеүҙе, курд отрядтарына исламистар менән көрәштә ярҙам итеүҙе талап итә.

Курдстан Эшселәр фирҡәһе башлығы Абдуллаһ Оджелан Анкара ҡул ҡаушырып ултырып, Кобани баш һалһа, Төркиә курдтары һәм хөкүмәт араһындағы тыныслыҡ процесы туҡталасағы хаҡында белдерҙе.

Ирактағы “Ислам дәүләте” террористарын, шул территорияла ҡаршы алышҡан төркөмдәр менән хеҙмәттәшлек булдырылмай тороп, авиаһөжүмдәр туҡтата алмаясаҡ. Төркиә менән сиктәш Сүриәнең Кобани ҡалаһы өс аҙна йыһатсылар ҡамауында булды, ә хәҙер баш һалды тиерлек,”- тип белдерҙе Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Газиантеп провинцияһындағы Сүриә ҡасаҡтары лагерында. Ул сик буйҙарында пилотһыҙ буфер зоналары булдырыу һәм Сүриәләге, Ирактағы уртасыл ҡараштағы оппозицияны өйрәтеү һәм ҡоралландырыу кәрәклеге тураһында ла әйтте.

Төрөк армияһы Сүриә һәм Иракта операциялар үткәреүгә мандат алды, әммә әлегә ундағы хәлдәргә ҡыҫылманы. Ил сиген нығытыуҙан тыш Төркиә Сүриә һәм Ирактан байтаҡ ҡасаҡты ҡабул итте, шулай уҡ ул “пешмерга” һуғышсыларын үҙ госпиталдәрендә дауалай.
.



Комментариев нет:

Отправить комментарий