вторник, 7 октября 2014 г.

Фәләстин дәүләтен таныу: Швеция өлгөһөнә башҡалар ҙа эйәрерме?


Яңы премьер-министр Стефан Лёвендың Фәләстин дәүләтен танырға йыйыныуы хаҡындағы белдереүе менән бәйле Швеция илсеһе Израиль сит ил эштәре министрлығына һөйләшеүгә саҡырылды. Бынан алда Израиль сит ил эштәре министры Авигдор Либерман Швецияның ниәтенә үкенес белдергәйне.

Фәләстинды формаль таныу датаһы Швеция тарафынан аныҡ ҡына билдәләнмәгән.

Фәләстин дәүләте Фәләстинды азат итеү ойошмаһы тарафынан 1988 йылда уҡ иғлан ителә. Әлеге ваҡытта уны БМО-ның 193 дәүләте таный. 2012 йылдан алып Фәләстин БМО-ла күҙәтеүсе дәүләт статусына эйә.

Мәхмүт Аббас, Фәләстин президенты:

Швецияның ҡарары хаҡында төрлө илдәрҙә, айырыуса Европа илдәрендә фекер алышыуҙар бара. Был ҡыйыу аҙымды яһаған Швеция өлгөһөнә улар ҙа эйәрер тип өмөтләнәбеҙ.”

Швеция -Фәләстинды таныған, Һалҡын һуғыш заманында Көнсығыш блокка инмәгән тәүге Европа иле.

13 октябрҙә Фәләстинды таныу буйынса тауыш биреү Британия парламентында ла үтәсәк. Әммә парламенттың фекере Британия хөкүмәте мотлаҡ уны тормошҡа ашырырға тейеш тигән һүҙ түгел.






Комментариев нет:

Отправить комментарий