Ярты
ай эсендә 700-ҙән ашыу рәсәйле
“спайс”тың(cинтетик
наркотиктың) яңы
ҡурҡыныс төрө менән ағыуланған, шуларҙың,
кәм тигәндә, 30-ы вафат булған.
Иң
күп зыян күреүселәр- Ханты-Манси автономия
округында һәм ике регионда: Киров
өлкәһендә һәм Башҡортостанда.
Наркотиктар
әйләнеше буйынса Федераль хеҙмәт
контроле башлығы Виктор Иванов һүҙҙәре
буйынса, яңы синтетик наркотиктарҙы
рәсми рәүештә тыймай тороп, улар менән
тәьмин итеүселәрҙе ҡулға алып булмай:
“Наркоконтроль
органдарына һәм психиатр-наркологтар
менән бергә эске эштәр министрлығына
яңы психоактив матдәләр пәйҙә булыуы
тураһында мәғлүмәт килгәс тә, Наркотиктар
әйләнеше буйынса Федераль хеҙмәт
контроле 3 йыл срокка
әйләнеште ваҡытлыса тыя алһын өсөн,
кисекмәҫтән Рәсәй
ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерергә
кәрәк.”
Наркотиктар әйләнеше буйынса Федераль хеҙмәт контроле фекере буйынса, наркотиктар өсөн түләү интернет аша, контактһыҙ юл менән- электрон янсыҡтар ярҙамында эшләнә. Иванов үҙенең хеҙмәтенә оператив-тикшереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғын бирергә саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий