вторник, 7 октября 2014 г.

Либерияла Эбола менән көрәш: үҙ теләге менән ярҙамға килеүселәрҙе өйҙәренә индермәйҙәр.


Эбола биҙгәгенең иң күп ҡорбандары Либерияла. Вафат булғандарҙың кәүҙәләрен врачтарҙан һәм үҙ теләге менән ярҙамға килеүселәрҙән торған махсус эпидемиологик бригада алып китә. Уларға урындағы хөрәфәттәрҙән тыш үҙ ғаиләләренең ятһыныуын да еңергә тура килә:

Мин эш башлағас, бөтә туғандарым, яҡындарым минән ситләшә башланы, хәҙер ҙә бик күптәр ҡурҡа,-ти Александр Ньянти.-Мин хәҙер үҙ өйөмә лә инә алмайым: ҡайтһам, ишекте лә асмайҙар, пластик һауытта ашарға ғына бирәләр.”

Ауырыуҙы әлегә ауыҙлыҡлай алмайҙар. Ғалимдарҙың фараз итеүенсә, октябрь аҙағына вирус таралыу ҡурҡынысы Францияла 75% тәшкил итә, Бөйөк Британияла- 50%.

Ауырыусылар араһында 6 Америка гражданины бар, тик уларҙың икәүһе генә әле АҠШ-та. Тәүгеһе- ауырыуҙы Либерияла йоҡторған АВС телеканалы операторы, ул бер нисә көн элек Техас штатына килтерелгән. Уның хәле хөртәйгән. Икенсеһе дүшәмбе ҡайтҡан, ул Небраска штатында дауаланасаҡ. Йәнә бер пациент Эбола биҙгәгенә оҡшаш симптомдар менән йоманан алып Вашингтонда карантинда. Ул күптән түгел Нигериянан ҡайтҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий