понедельник, 6 октября 2014 г.

Япония “Йыртҡыс”тан ҡотолорға тырыша.


Дүшәмбе иртән “Фанфон” Япония ярҙарына ябырылды. Сидзуокалағы Хамамацу ҡалаһы стихияның һөжүмен беренсе булып үҙенә алды.
Был префектураның, шулай уҡ Айти, Миэ, Яманаси,Тиба, Канагава префектураларының властары халыҡҡа эвакуацияланырға тәҡдим итә. Һүҙ 2 миллион кеше тураһында бара.

Фанфон” лаос телендә “Йыртҡыс”тигәнде аңлата. Диңгеҙ ҡойоно ҡойма ямғырҙар һәм тиҙлеге секундына 45 метрға еткән көслө ел менән оҙатыла. Яр буйындағы тулҡындарҙың бейеклеге 11 метрҙан артып китә. Кис “Фанфон” илдең үҙәк райондарына барып етер тип көтөлә.

Ҡойма ямғыҙар Токиоға ябырылды, властар ташҡындар, ишелмәләр булыуы мөмкин тип киҫәтә.

Баш ҡала аэропорттарында 600-ҙән ашыу рейс туҡтатылды, ҡайһы бер урындарҙа тиҙ йөрөшлө поездар хәрәкәте лә туҡтатылды.

Кәм тигәндә, 6 кеше тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған, улар араһында Американың 3 хәрби хеҙмәткәре лә бар. Окинава утрауынан уларҙы океан ағыҙып алып киткән. Йәнә 20 кеше тән йәрәхәттәре алған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий