Төркиә
үҙ территорияһы аша Сүриәнең Кобани
ҡалаһын ҡорал тотоп яҡларға теләгән
курдтарҙы- Ирак курдтарын,
“пешмерга”һуғышсыларын үткәрергә
әҙер. Төрөк курдтарына сик аша сығырға
рөхсәт юҡ.
АҠШ-тың
Кобаниға ҡорал ебәрергә ҡарар итеүе
Анкарала ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: көн элгәре
унда белдереүҙәренсә, Сүриәләге
курдтарҙың формированиелары һәм Төркиәлә
террористик ойошма тип иҫәпләнгән
Курдстан Эшселәр фирҡәһе араһында
айырманы юҡ, шуға күрә Вашингтондың
эшмәкәлеген террористарға туранан-тура
ярҙам тип баһаларға ла мөмкин.
АҠШ фекере буйынса, килеп тыуған был хәлдә,
ярҙам итмәү яуапһыҙлыҡ булыр ине:
“Беҙ,
мин дә, президент Обама ла, АҠШ сәйәсәтендә
үҙгәреш булмауын, ә был көрсөк мәле,
ғәҙәттән тыш хәл икәнлеген Анкараға
аңлатыу өсөн, төрөк етәкселеге менән
интенсив һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ,”-тип
белдерҙе Джон Керри.
Дүшәмбегә
ҡарай төндә Американың Хәрби Һауа
көстәре Кобани районында һуғышыусы
курдтарға ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары
һәм медикаменттар ташланы.
Сүриә
территорияһындағы бындай хәлдәр
халыҡ-ара хоҡуҡтар менән ярашып бөтәме
икән- БМО быға аңлатма бирергә ашыҡмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий