среда, 22 октября 2014 г.

Cүриә: Кобани курдтарына тәғәйенләнгән ҡорал боевиктар ҡулына эләккән.


Төркиә яғынан Кобани ҡалаһы өҫтөнән күтәрелгән төтөн күренә- бында курд ополчениеһы “Ислам дәүләте” төркөмө менән аяуһыҙ алышты дауам итә.
Экстремистар ҡайһы бер кварталдарҙы һәм ҡаланың стратегик бейеклеген контролдә тота. АҠШ етәкселегендәге коалицияның уларҙың позицияларына авиаһөжүме ҡыҫымдарын кәметә төштө, әммә туҡтата алманы.

Йәкшәмбе көн Кобаниҙы һаҡлаусыларға Америка самолеттары ҡорал, һуғыш припастары һәм медикаменттарҙың тәүге партияһын ташланы, тик йөктөң бер өлөшө боевиктар ҡулына эләккән.

Бөйөк Британия “яҡын арала” үҙенең пилотһыҙ аппараттарын Сүриәләге боевиктар хаҡында разведка мәғлүмәттәре йыйыу өсөн файҙаланасағын белдерҙе. Элегерәк Лондон пилотһыҙ аппараттарҙы тик Иракта ғына ҡулланырға ниәтләүе тураһында хәбәр иткәйне.

Сит илдәрҙең ярҙамына ҡарамаҫтан, курдтарға яҡшы ҡоралланған боевиктарҙың ҡыҫымына ҡаршы тороу ауырлаша. Көстәр тигеҙ түгел: Кобаниҙа һуғышсылар етешмәй. Төркиә сүриәлеләргә ярҙам итергә теләгән Ирак курдтарының ҡораллы отрядтарына(пешмерга) сикте аша сығыуҙа булышлыҡ күрһәтергә ризалашты. Үҙ территорияһындағы курд сепаратистарының көсәйеүенән ҡурҡып, Анкара элек быға ҡаршы килә ине.

БМО Сүриә курдтарын ҡорал менән тәьмин итеү халыҡ-ара хоҡуҡтарға нигеҙләнеп эшләнергә тейешлеге хаҡында белдерҙе, был осраҡта ҡорал менән тәьмин итеү Сүриә суверенитетын боҙоу-боҙмауына аңлатма бирмәне.

Күрше Иракта үҙен “Ислам дәүләте” тип атаған боевиктар төньяҡҡа уҡтала. Иран сигендәге Ҡара Топах һөжүмгә дусар булған. Экстремистар Ирак территорияһының арыу ғына өлөшөн, шул иҫәптән Сүриәнең Әл-Анбар провинцияһын контролдә тота.

Багдадта ла тыныс түгел- һуңғы 3 көн эсендә 50 тирәһе кеше теракт ҡорбаны булған. Шишәмбе көн шиғисылар кварталдарындағы өс шартлау һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә, 18 кеше үлгән. Мина һалынған ике автомобиль Талбия кварталындағы ресторан янында шартлатылған, өсөнсөһө- полиция патруле юлында.


Комментариев нет:

Отправить комментарий