63
йәшлек Кристоф де Маржери донъя бизнесының
иң сағыу вәкиле ине. Ул дан мыйыҡтары
менән генә түгел, асыҡлығы,
“тыуған”компанияһына иҫ киткес
бирелгәндеге менән дә айырылып тора.
Францияла
атаҡлы шараптар синонимына әйләнгән
Taittinger ғаиләһендә тыуған Кристоф де
Маржери үҙе өсөн күбекле эсемлекте
түгел, “ҡара алтын”дың майлы күбектәрен
һайлай. 1974 йыл Totalға студент эскәмйәһенән
килеп, ул компанияның бөтә эшелондарын
үтә, 2007 йыл төп башҡарма директор, ә өс
йылдан һуң директорҙар советы рәйесе
һәм концерн президенты булып китә.
Францияның
финанс министры Мишель Сапен һүҙҙәре
буйынса, “ул бөйөк патрон, ифрат сағыу
шәхес була, тураһын әйтеп һөйләшергә
ярата, әңгәмәселәре кем генә булмаһын-
дәүләт, компания башлығымы ул, үҙе
асыҡтан-асыҡ һөйләшергә күнеккән француз
сәйәсмәнеме -мине нисек аңларҙар тип
ҡурҡып тормай.”
Total
стратегик хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙе
һайлай, ә де Маржери шәхсән үҙе Мәскәү
менән мөнәсәбәттәрҙе эҙмә-эҙлекле
үҫтереү яғында була һәм Украина көрсөгө
менән бәйле санкцияларҙы индереүгә
ҡаршы килә.
Компания
приоритеттарын алға ҡуйып, де Маржери
Ливия һәм Иран хөкүмәттәре менән дә
тығыҙ эшләй. Санкцияларға ҡарамай,
Таһран менән хеҙмәттәшлеге өсөн, 2007
йылда ул хатта ҡулға алына, тик оҙаҡламай,
ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ булыуы арҡаһында,
уны азат итәләр.
Рәсәйҙә
Total 1999 йылдан бирле, Харьягин нефть
ятҡылығында әҙер продукцияны бүлеү
шарттарында нефть сығара. 2007 йылда
Баренц
диңгеҙендәге Штокман газ ятҡылығын
үҙләштереү эшендәТоtаlдың “Газпром”дың партнеры
буласағы иғлан ителә.
2011
йылдың март башында Total һәм Рәсәйҙең
«Новатэк» газ компанияһы араһында
стратегик альянс төҙөлөүе хаҡында иғлан
ителә.«Ямал СПГ» проектында француздар
«Новатэк»тың стратегик партнеры булыр
тип көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий