суббота, 15 ноября 2014 г.

Австралия. Донъя “ҙур егерме” саммитынан нимә көтә ала?


 “Егерме төркөмөлидерҙары, саммитта ҡатнашыу өсөн, Австралияның Брисбенына йыйыла. Күҙәтеүселәр фекере буйынса, ул ниндәйҙер һынылыш та, уғата мөһим ҡарарҙар ҙа вәғәҙә итмәй. Әйҙәүсе донъя лидерҙарының күҙмә-күҙ осрашыуы илдәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы кәметергә булышлыҡ итеүе ихтимал тигән фекерҙәр генә ишетелә. Ирекле сауҙа принциптары һәм һалымдарҙан ҡасыуға ҡаршы (һалым оазистары) көрәш саралары тураһында һөйләшеү булыр тип көтөлә.

Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы саммитың көн тәртибен киңәйтергә тәҡдим итте:

Саммит “егерме” мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу менән генә сикләнмәҫкә, глобаль булырға тейеш. Шуға күрә “егерме” илдәренең башҡалар менән мөнәсәбәттәре төркөм эсендәге мөнсәбәттәрҙән мөһимерәк.

Донъя ВВП-һының 85 проценты, сауҙаның 75 проценты һәм халыҡтың өстән ике өлөшө ошо 19 дәүләт һәм Евросоюзға ҡарай.

Глобаль иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре төп халыҡ-ара форум булараҡ “20 төркөмө” иғтибары үҙәгендә.

Австралияның көнсығыш ярында урынлашҡан Брисбенда, Квинсленд штаты баш ҡалаһында, юғары хәүефһеҙлек саралары күрелә.

Һәр ваҡыттағыса глобәлләшеүгә ҡаршы сығыусылар ҙа әҙерләнә. Активист-экологтар Сиднейҙың данлыҡлы Бонди-Бич пляжында ғәҙәти булмаған акция ойошторҙо: улар, баштарын ҡомға тығып, әлеге сәйәси элитаның заман алдында торған мәсьәләләргә мөнәсәбәтен күрһәтә.







Комментариев нет:

Отправить комментарий