суббота, 15 ноября 2014 г.

Израиль властары мосолмандарға Ғибәҙәтханалар тауына күтәрелергә мөмкинлек бирҙе.


Көнсығыш Иерусалимда көсөргәнешлелек градусы кәмей төштө: йома көндө Израиль властары, бер нисә аҙна элек индерелгән йәш сикләүҙәрен алып ташлап, Ғибәҙәтханалар тауына юлды асты. Тиҫтәләрсә мең мосолман Әл-Аҡса мәсетендәге йома намаҙына килә алды.

Был Амманда АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың Израиль, Фәләстин автономияһы етәкселеге һәм Ғибәҙәтханалар тауындағы мәсеттәр комплексының формаль опекуны Иордания короле менән осрашыуҙан һуң мөмкин булды. Яҡтар, Иерусалимдағы көсөргәншлелекте йомшартыу һәм ҡалала тыныслыҡ булдырыу өсөн, аныҡ саралар күрергә йөкләмә алды.

Йома көн Ғибәҙәтханалар тауында һәм Иҫке ҡала ҡапҡалары янында юғары именлек саралары һаҡланды.

Иордандың Көнбайыш ярында иһә көсөргәнешлелек кәмемәй: бында йәш фәләстиндар һәм Израиль хәрбиҙәре араһында бәрелештәр дауам итә. Шишәмбе көн Израиль һалдаттары үҫмер фәләстинды атып үлтергән Калькилия һәм Хеврон контроль үткәреү пункттарында хәлдәр айырыуса ауыр. Бынан алда, дүшәмбе көн, Вифлеемдан алыҫ түгел фәләстин үҫмере бысаҡ менән Израиль күскенселәренә һөжүм иткән һәм берәүһен үлтергән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий