воскресенье, 16 ноября 2014 г.

Лава ағымы Гавайя утрауы халҡын ҡыҫырыҡлай.


Гавайя архипелагының иң ҙур утрауында атылған янартау Пахала ауылы йорттарына янай. Ул Килауэа янартауынан көньяҡтараҡ урынлашҡан. Был аҙнала лава ағымы бер йортто емергән, әлеге мәлдә 50-нән ашыу йортта йәшәүселәр эвакуацияланған.

 Шунан алда был Америка штатының Граждандар оборонаһы хеҙмәте Гавайя утрауында лава ағымының кәмеүе хаҡында хәбәр иткәйне, улар янартау атылыуҙан туҡтар, тип өмөт итә.


Килауэа янартауы 30 йылдан ашыу инде әленән-әле әүҙемлек күрһәтә. Быйыл йәй ул йәнә атыла башланы һәм 27 июндән алып лава ағымы 22 километр юл үтте. Яңы атылған лаваның температураһы Цельсий буйынса 1150 градусҡа барып етеүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий