воскресенье, 16 ноября 2014 г.

Рим халҡы мэрға һәм иммигранттарға ҡаршы.


Рим халҡы, енәйәттәрҙең артыуына ҡаршы саралар күреүҙе һәм ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәктәрен ябыуҙы талап итеп, мэрға һәм иммигранттарға ҡаршы сыҡты. Күп күҙәтеүселәр билдәләүенсә, халыҡтың Игнасио Марино хеҙмәте һәм уның иммигранттарға ҡарата лояль сәйәсәте менән ризаһыҙлығы үтә уңдар һәм экстремистарҙы әүҙемләштереүе мөмкин.

Топ Сапиенса” үҙәгенән иммигранттарҙы эвакуациялай башлауҙарына ҡарамаҫтан, властар уны ябыуҙы планлаштырмай. Унда сәйәси һыйыныу урыны һорап мөрәжәғәт иткән 35 кеше генә ҡалған.

Дөрөҫөн әйткәндә, ярлылар араһындағы ысын һуғыш был,- ти сит ил кешеләренә итальян телен уҡытҡан Эральдо Аффинати.-Властарҙың экстремаль хәлдәрҙә генә биҫтәләр тормошона иғтибар итеүе бөтөнләй дөрөҫ түгел.”

Аҙна аҙағында Римдың көнсығыш биҫтәһендә йәшәүселәр һәм иммигранттар араһында бәрелеш булды. Сентябрҙә шундай уҡ ваҡиғалар башҡа райондарҙа ла күҙәтелгәйне. Бөгөн, эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ваҡытлы һыйыныу урыны үҙәктәрендә 60 меңдән ашыу иммигрант бар, уларҙың күптәре Италияла төпләнеп ҡалырға йыйынмай.






Комментариев нет:

Отправить комментарий