пятница, 7 ноября 2014 г.

Греция: уҡыусылар мәктәптәрҙе баҫып ала.


Грецияла мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары һәм университет студенттары дәрестәргә барыу урынына дүшәмбенән демонстрацияға сыға. Кесе йома көн улар, мәғариф системаһы реформаһын ҡайтанан ҡарауҙы талап итеп, Греция баш ҡалаһының үҙәк урамдарынан марш менән үтте.

Студенттар дөйөм белем биреү предметтарына сәғәттәрҙе ҡыҫартырға йыйыныуҙарына һәм семестр һөҙөмтәләре баһалау системаһы үҙгәреүенә ҡаршы.

Демонстрацияла ҡатнашыусылар һөйләй:

Беҙ яңы закондан баш тартыуҙы талап итәбеҙ. Лицейҙарҙағы яңы уҡыу системаһы һәм яңы тәрбиә схемаһы беҙгә эш табыу һәм хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеген юҡҡа сығарасаҡ.”

Яңы белем биреү стандарттары үҙ көсөнә инергә тейеш түгел, юғиһә мәктәптәрҙә уҡыусылар әҙерәк буласаҡ. Белем алыу ауырлашасаҡ, ә ата-әсәләребеҙгә юғары уҡыу йорттарына әҙерлек үтеүебеҙ өсөн күберәк түләргә тура киләсәк. ”

Уҡыусыларҙың ҡаршылыҡ акцияһы урамдарҙа йөрөү менән генә сикләнмәне. Улар мәктәптәрҙе баҫып ала башланы- илдә бер нисә йөҙ бина. Илдең Юғары суды дәүләт милкенә ҡул һуҙыу фактын тикшереүҙе талап итте.

Стаматис Янисис, “Евроньюс”:

Студенттарҙың акциялары аҙна буйы инде дауам итә, ул хөкүмәт һәм оппозиция араһында яңы ҡаршылыҡ сорнамын тыуҙырҙы. Мәғариф министрлығы студенттарҙың сығыштары артында оппозициялағы һул Сириза фирҡәһе тороуы ихтимал, тип шикләнә.”






Комментариев нет:

Отправить комментарий