пятница, 7 ноября 2014 г.

Эрдоган Иерусалимдағы хәлдәргә асыуын белдерә.


Кесаҙна көн Израиль властары, шаршамбылағы ике һөжүмдән һуң, хәүефһеҙлек сараларын көсәйтте. Хәрбиҙәр трамвай туҡталыштарында һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа күренде. Израилдең именлек көстәре Әл-Аҡса мәсете тирәһен контролдә тота.

Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган, Анкаралағы матбуғат конференцияһы ваҡытында, мосолмандарҙы мәсеткә үткәрмәүҙәренә асыуын белдерҙе.

Рәжәп Тайип Эрдоган, Төркиә президенты:

Израилдең был варварҙарса ҡыланышы ғәфү ителерлек түгел һәм беҙ был хәлдә өндәшмәй ҡала алмайбыҙ. Беҙ халыҡ-ара кимәлдәге бөтә сараларҙы ла ҡулланырға тейеш.”

Эрдогандың фекере буйынса, Яҡын Көнсығыштағы хәлдәрҙең йәнә киҫкенләшеүе яңы интифадаға (көрәшкә)алып килеүе ихтимал.

Шәмбе көн иртән Хамас төркөмө активисы микроавтобуста трамвай туҡталышындағы кешеләргә, машиналарға килеп бәрелгән. Аҙаҡ, һөжүм итеүсе автомобилдән сығып, тимер таяҡ менән үткенселәргә ябырылған. Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, 13 кеше тән йәрәхәттәре алған.


Израиль, әгәр фәләстиндар конструктив позицияға баҫмаһа, Әл-Аҡса мәсетенә инеү режимын үҙгәртмәйәсәге тураһында белдерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий