четверг, 6 ноября 2014 г.

”Люксликс” күләгәһе Еврокомиссия башлығына төштө.


Люксембургтың сит илдәрҙең 340 ҙур корпорацияһы менән йәшерен килешеүе бар, был иһә һуңғыларына һалымдарҙы әҙерәк түләргә мөмкинлек бирә- кесаҙна баҫылып сыҡҡан Халыҡ-ара журналист-тикшереүселәр консорциумы докладында шундай һығымта яһалды. Унда билдәләүҙәренсә, барлыҡҡа килгән һалымдарҙан ҡасыу механизмы байтаҡ дәүләттәрҙең ҡаҙнаһын бик күп миллиард евронан мәхрүм иткән.

Хәбәр итеүҙәренсә, Apple, IKEA, Amazon, Pepsi, Credit agricole кеүек компаниялар менән килешеүҙәр 2002-2010 йылдарҙа, Люксембург хөкүмәтенә әлеге Еврокомиссия рәйесе Жан-Клод Юнкер етәкселек иткәндә төҙөлгән.


Люксликс” атамаһы аҫтындағы тикшереү барышында журналистар 30 мең битлек тиерлек һалым документацияһын өйрәнеү мөмкинлеген алған, ә унан шул аңлашыла: корпорациялар, халыҡ-ара ҡануниәттәге йомшаҡ яҡтарҙы һәм был дәүләттең “уңайлы” һалым-финанс нормаларын файҙаланып, килемдәренең бер өлөшөн Люксембургҡа күсергән. Айырым алғанда, корпорациялар властар менән алдан һалым һалыу кимәле тураһында килешеп, был илдә үҙҙәренең бүлектәрен йәки холдингыларын асҡан. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий