Реставрациянан
һуң, данлыҡлы боронғо Мысыр Сфинксын
туристар йәнә килеп күрә ала. Косметик
процедуралар бер нисә айға һуҙылған,
һәйкәл яңыртылған.
Мысырҙың
ҡомартҡылар һәм мәҙәни мираҫы министры
Мәхмүт ад-Дамати әйтеүенсә, хәҙер уны
яҡындан да ҡарарға мөмкин.
“Муйынын
һәм һул яҡ кәүҙәһен реставрациялағандан
һуң, туристар беренсе таҡыр Сфинксҡа
яҡын килә ала,-ти министр.-Фараон Әминхәтип
II кәшәнәһен дә
тергеҙҙек. Сфинкс менән бергә уны ла
ҡарарға мөмкин. Пирамидалар осороноң
уникаль табыштарын халыҡ килеп күрә
аласаҡ.”
Сфинксты
8-10 йыл һайын элекке хәленә ҡайтарып
торалар. Әйтергә кәрәк, 45 быуатлыҡ тарихы
булған һәйкәлде тәүге тапҡыр Яңы батшалыҡ
заманында- беҙҙең эраға тиклем XIV
быуатта реставрациялағандар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий