среда, 12 ноября 2014 г.

Һиндостанда стерилләү арҡаһында 9 ҡатын вафат булған.


Һиндостанда, стерилләү операцияһынан һуң, 9 ҡатын вафат булған. Хәстәханала йәнә 50-нән ашыу ҡатын бар, уларҙың яртыһы ауыр хәлдә.

Уҙған шәмбелә 83 ҡатын үҙ теләктәре менән стрелилләүгә килгән. Операциялар дәүләттең тыуымды көйләү программаһы сиктәрендә уҙғарылған. Операция эшләткән һәр ҡатынға 23 доллар түләнгән, пациенттарҙы бында алып килеүсе медицина хеҙмәткәренә- өс долларҙан саҡ ҡына күберәк.

Пациенттар ауыр хәлдә. Уларҙың артериаль баҫымы түбән, хәҙер беҙ бөтә көстө үлем сәбәптәрен асыҡлауға түгел, уларҙы дауалауға бирергә тейеш. Үлем сәбәптәрен беҙ мәйеттәрҙе ярғас йәки, тикшереү була ҡалһа, тикшереүҙән һуң ғына белә алабыҙ,”-ти врач.

Операция яһағандар ҙа уларҙы ташлағандар. Бында бер нәмә лә, бер ниндәй  шарттар ҙа юҡ,”-тип асыулана бер ҡатындың туғаны.

Пациенттарҙың туған-тумасаһы хәстәхана алдына йыйылды, улар дәүләттән стерилләү кампанияһын туҡтатыуҙы, һәләк булғандар өсөн компенсация түләүҙе талап итә. Компенсация- 3 мең долларҙан саҡ ҡына күберәк.

Урында йәшәүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, бөтә пациенттарға ла операцияны 6 сәғәт буйы бер врач яһаған, йәғни һәр ҡатынға ул 5 минут самаһы сарыф иткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий