среда, 12 ноября 2014 г.

Испания: коррупцияға ҡаршы операция сиктәрендә тиҫтәләрсә чиновник ҡулға алынған.


Испанияла коррупцияға ҡаршы масштаблы яңы операция сиктәрендә утыҙҙан ашыу кеше ҡулға алынған. Ҡулға алыуҙар башлыса Севилье, Сарагоса һәм күрше муниципалитеттарҙа уҙғарыла.

Хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ ҡала төҙөлөшө өлкәһендәге төшөмлө контракттар өсөн ришүәт алыу хаҡында бара. Прокуратурала тармаҡлы схема һәм ҙур масштаблы коррупция тураһында һөйләйҙәр.

Әле эш муниципаль хеҙмәт вәкилдәренә барып төртөлә; нисек кенә булмаһын, коррупция өсөн ниндәй пост биләүенә ҡарамай яза бирергә кәрәк,”-тип белдерҙе Андалусия хөкүмәте вәкиле.-Был “Уҡ” операцияһының яңы этабы.”

Испанияның Граждандар гвардияһы уны бер нисә ай инде алып бара. Бөтә ил буйынса тиҫтәләрсә кеше ришүәт өсөн ҡулға алынған, бер нисә ҡала мэры ла
улар араһында.

Ҡулға алынғандар араһында Мадрид етәкселегендә оҙаҡ йылдар әһәмиәте буйынса икенсе урындағы вазифа биләгән идара итеүсе Халыҡ фирҡәһе функционеры Франсиско Гранадос та бар.






Комментариев нет:

Отправить комментарий