среда, 12 ноября 2014 г.

ҠХР һәм АҠШ зарарлы матдәләрҙе атмосфераға сығарып ташлауҙы кәметергә килеште.


Вашингтон һәм Пекин атмосфераға парник газдарын сығарып ташлауҙы кәметеү хаҡындағы тарихи килешеү төҙөнө. Килешеү дәүләт визиты менән килгән АҠШ президенты Барак Обама һәм ҠХР рәйесе Си Цзиньпин араһындағы һөйләшеүҙәр барышында Ҡытай баш ҡалаһында төҙөлдө.

Шишәмбе лидерҙар формаль булмаған мөхиттә элекке император һарайында урынлашҡан Чжуаннаньхан хөкүмәт резиденцияһында осрашты, ә шаршамбы иртән һөйләшеүҙәрҙе Пекиндағы Халыҡ йыйылышы йортонда дауам итте.

Америка яғы 2005 йыл кимәле менән сағыштырғанда парник газдарын сығарып ташлауҙы 26-28 процентҡа кәметергә йөкләмә алды. Ҡытай ҙа 2030 йылға ҡәҙәр зарарлы матдәләр бүлеп сығаруҙы кәметергә ниәтләүен белдерҙе, әммә аныҡ цифрҙарҙы атаманы. ҠХР ҡайтанан тергеҙелгән сығанаҡтарҙан алынған энергияны ҡулланыуҙы 20 процентҡа арттырыуҙы планлаштыра.

Евроберләшмә илдәре 1990 йыл кимәле менән сағыштырғанда, атмосфераға парник газдарын бүлеп сығарыуҙы 40 процентҡа кәметергә һәм ҡайтанан тергеҙелгән сығанаҡтарҙан алынған энергияны ҡулланыуҙы 27 процентҡа арттырырға килеште.



Комментариев нет:

Отправить комментарий