четверг, 13 ноября 2014 г.

Амфиполь кәшәнәһе сере.


Грецияның мәҙәниәт һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, боронғо Амфиполис ҡалаһы харабаларында Александр Македонский заманынан ҡалған ҙур кәшәнә стенаһындағы уйымда археологтар һөлдә тапҡан. Уның кемлеге әлегә сер булып ҡала.

Кәшәнәләге ҡаҙыныу эштәре тирәләй төрлө имеш-мимештәр күп йөрөй, уларға ышанһаң, был- Александр Македонский заманының күренекле йәмәғәт эшмәкәре, хатта ул ғәскәр башлығының үҙе булыуы ла ихтимал.

Комплекстағы ҡаҙыныу эштәре барышында, Плутондың Персефонаны урлау күренешен һүрәтләүсе яҡшы һаҡланған мозаика ла табылған.

Төрбәгә инеү юлын мәрмәр сфинкстар һаҡлай, ә эстәге өсөнсө камераға инеү юлын аяҡ үрә баҫҡан ике ҡатын скульптураһы- каратидалар. Кәшәнә түбәһендәге пьедесталда-16 метр бейеклектәге ғәләмәт ҙур мәрмәр арыҫлан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий