четверг, 13 ноября 2014 г.

”Ислам дәүләте” төркөмө менән көрәшеүселәргә сөнни ҡәбиләләре лә ҡушыласаҡ.


Ирак хәрбиҙәре июндә “Ислам дәүләте” боевиктары баҫып алған Байджи ҡалаһы үҙәген контролдә тотоуҙары тураһында белдерҙе. Ҡала Сәләх-әд-Дин провинцияһында, Багдадтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 200 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Быға ҡәҙәр Ирак армияһы илдең ҙур нефть эшкәртеү заводы булған был ҡаланы бер нисә тапҡыр кире ҡулға төшөрөргә маташты.

Ислам дәүләте” төркөмө менән көрәштә союздаштар эҙләгән рәсми Багдад боевиктарға ҡаршы көрәшергә әҙер булған сөнни ҡәбиләләренә ҡорал вәғәҙә итә.

Ҡәбиләләрҙе ҡоралландырыу бөгөн башланды. Беҙ, үҙ теләге менән һуғышҡа барырға әҙер булғандарҙың исемлеген һәм улар ҡарамағындағы ҡоралдарҙы тикшереп, уларҙың райондарына аҙыҡ-түлек, гигиена сралары кеүек бөтә кәрәк-яраҡты ебәрергә әҙер. Кәрәкле ҡорал һәм транспорт саралары менән дә ярҙам итергә әҙербеҙ,”-ти Ирактың парламент спикеры Сәлим әл-Джибури.

Ирак хөкүмәте вәкилдәре урындағы общиналар менән һөйләшеү өсөн, күп өлөшөн боевиктар контролдә тотҡан Анбар провинцияһына килде.

Төркиә сигендәге Кобани ҡалаһында оборона тотҡан Сүриәнең курд ополчениеһы иһә Кобани биҫтәһендәге бер нисә районды һәм ҡала янында тиҫтәләрсә ауылды ҡул аҫтында тотҡан “Ислам дәүләте” бевиктарын тәмьмин итеүсе төп артерия һаналған юлды яба алды.






Комментариев нет:

Отправить комментарий