понедельник, 24 ноября 2014 г.

Израилдә титуллы милләт хаҡындағы бәхәсле закон раҫланды.


Израилдә, Кнесеттағы шаулы бәхәстәрҙән һуң, был дәүләтте “йәһүд халҡының милли пространствоһы” тип билдәләүсе закон ҡабул ителде. Тәнҡитселәрҙең фекере буйынса, ул демокртаия нигеҙҙәрен ҡаҡшата һәм Израилдә йәшәүсе әҙселекте тәшкил иткән ғәрәптәрҙең хоҡуҡтарын боҙа.

Премьер Биньямин Нетаньяху законды хупланы:

Израиль- йәһүдтәрҙең милли дәүләте. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә: бөтә граждандарҙың да хоҡуҡтары тигеҙ. Әммә был хоҡуҡтар йәһүд халҡы вәкилдәренә генә ҡағыла: флаг та, гимн да, йәһүдтәрҙең башҡа илдәрҙән бында күсеп килеү мөмкинлеге- былар барыһы ла беҙҙең милли символикабыҙҙың бер өлөшө.”

Израиль хөкүмәтендә 14 тауыш был законды ыңғай баһаланы, 6-һы ҡаршы булды. Уға ҡаршы сығыусылар араһында- юстиция министры Ципи Ливни, үҙәк либераль “Еш Атид” фирҡәһенән министрҙар төркөмө, шул иҫәптән фирҡәне етәкләүсе финанс министры Яир Лапид.

Сәйәсмәндәрҙе тулҡынланып бәхәсләшергә мәжбүр иткән был закон Израилдә әҙселекте тәшкил иткән ғәрәптәр араһында арта барған көсөргәнешлелек фонында ҡабул ителде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий