воскресенье, 23 ноября 2014 г.

С.Лавров: санкцияларҙың маҡсаты- Рәсәй Федерацияһындағы режимды үҙгәртеү.


Санкцияларҙың маҡсаты- Рәсәй Федерацияһындағы режимды үҙгәртеү, Көнбайыш быны йәшерергә лә маташмай- ошондай белдереү менән шәмбе көн сит ил эштәр министрлығы башлығы Сергей Лавров Тышҡы һәм оборона сәйәсәте советы ултырышында сығыш яһаны. Көнбайыш партнерҙарыбыҙҙың Мәскәүгә ҡарата бөгөнгө мөнсәбәтен министр артҡа ташлап булмай торған “хәҡиҡәт моменты”тип атаны.

Сергей Лавров, Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры:

Украиналағы беҙҙең партнерҙарыбыҙ ва-банк китте, экстремистарҙы яҡлап, үҙҙәренең демократик принциптарына ҡаршы сыҡты. Хулигандар әйтмешләй, “беҙҙе понтҡа алырға теләне...Элек санкциялар ҡулланғанда, ул саҡта мин Нью-Йоркта эшләй инем әле, һүҙ Төньяҡ Корея хаҡында барһынмы, Иран йәки башҡа ил тураһындамы, санкциялар элитаға ғына ҡағыла, социаль өлкәгә, иҡтисадҡа зыян килтермәй ине. Хәҙер Көнбайыштың ”күренеклекешеләре иҡтисадты емерерҙәй һәм халыҡтың ҡаршылыҡ акцияларын тыуҙырырҙай санкциялар хаҡында һөйләй.”

Донецк ҡалаһында иһә шахталар булған Киров районында шәмбе кис ҡеүәтле ике шартлау яңғыраны, бик көслө ялҡын күренде. Унан бер нисә сәғәт алда, Донецк аэропорты тирәһендә барған яңы алыштар хаҡында хәбәрҙәр ишетелде. Артиллериянан утҡа тотоуҙар арҡаһында, ҡала өлөшләтә һыуһыҙ һәм электрһыҙ ҡалды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий