суббота, 22 ноября 2014 г.

Португалияның элекке премьерының коррупцияға ҡатнашлығы бар, тип шикләнәләр.


Португалияның элекке премьеры Жозе Сократеш Лиссабон аэропортында ҡулға алынған. Һалымдарҙан ҡасыуҙа, енәйәти юл менән табылған килемде легалләштереүҙә һәм коррупцияла шик аҫтына алып, илдең генпрокуратураһы уны ҡулға алыуға ордер биргән. Шул уҡ эш буйынса бынан алда өс кеше ҡулға алынған.

Властар сығанаҡтарын таба алмаған аҡса күсереүҙәр һәм банк операциялары тикшереү башлауға сәбәп булған.

Ҡулға алыуҙар алдынан тиҫтәләрсә полиция, таможня һәм һалым органдары хеҙмәткәре ярҙамында тентеүҙәр үткәрелгән.

Илдең Социалистик фирҡәһенә етәкселек иткән Жозе Сократеш Португалия хөкүмәте менән 2005-2011 йылдарҙа идара иткән. Уның кабинеты административ һәм мәғариф өлкәләрендә реформалар үткәргән. Сократеш осоронда шулай уҡ эске эштәр органдары көсәйтелгән, аборттар һәм бер енесле никахтар рөхсәт ителгән.




Комментариев нет:

Отправка комментария