суббота, 22 ноября 2014 г.

Ирак-Төркиә: пешмергаға ярҙамға алмашҡа- нефть.


Анкара курд регионында именлек булдырыуға булышлыҡ күрһәтәсәк- был турала Ирак Курдистанына визиты ваҡытында Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы белдерҙе. “Ислам дәүләте” төркөмө менән көрәштә пешмерга һуғышсыларына ярҙам итергә вәғәҙә биреүенә яуап итеп, Төркиә хөкүмәте башлығы Киркуктан Төркиәнең Джейхан нефть ташыу портына күпме нефть оҙатыласағына ҡағылышлы конкрет цифрҙар ишетте; мәсьәләне Эрбиль һәм Багдад килешеп хәл иткән.

Курд регионы хөкүмәте Төркиә территорияһы аша үткән нефть үткәргес аша көн һайын экспортҡа 150 мең баррель Киркук нефтен оҙатасаҡ,”-тип хәбәр итте автономиялы регион башлығы Масуд Барзани.

Курд регионында именлекте тәьмин итеү өсөн, Төркиә кәрәкле ярҙамды күрһәтәсәк,-тине төрөк премьеры.-Был беҙҙең тарихи, гуманитар һәм шулай уҡ стратегик бурыс. Пешмерганы өйрәтеүгә ҡағылышлы һүҙ ҙә булды. Именлек өлкәһендәге беҙҙең ярҙамыбыҙ арта барасаҡ.”

Октәбрь аҙағында Төркиә үҙ территорияһы аша, Сүриәнең Кобани ҡалаһын “Ислам дәүләте” боевиктары штурмынан яҡлау өсөн, хәрби техника колоннаһын һәм 150 пешмерга һуғышсыһын үткәрҙе.

 Көн элгәре Әхмәт Дауыт улы Багдадта һөйләшеүҙәрҙә булды һәм ил етәкселеген шуға ышандырҙы: Төркиә Ирактың берҙәмлеге яҡлы һәм уның хөкүмәтенең региондағы хәлдәрҙе яйға һалырырға тырышыуын хуплай.


Комментариев нет:

Отправка комментария