четверг, 20 ноября 2014 г.

БМО һәм Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы аслыҡ һәм һимереү менән көрәшергә саҡыра.


Аслыҡ һәм һимереү- заман йәмғиәтенең ике афәте- тәғәм итеү буйынса Икенсе халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашыусыларҙың иғтибар үҙәгендә. Ул Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамында БМО-ның Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһының Римдағы штаб-фатирында үтә.

800 миллиондан ашыу кеше (планетаның һәр 9-сы кешеһе) аслыҡтан йонсой, ә ярты миллиард кеше киреһенсә- һимереүҙән. Йәнә 2 миллиард кеше “йәшерен асығыусылар” категрияһына эләгә, сөнки аҙыҡ-түлек менән кәрәкле микроэлементтарҙы һәм витаминдарҙы алып еткермәй.

Нимәлер бында дөрөҫ түгел,-тип иҫәпләй Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директоры Маргарет Чан.-Ханымдар һәм әфәнделәр, баланс булмаған донъябыҙҙың яртыһы аслыҡтан үлеүҙе дауам итә. Икенсе яртыһы иһә һимергәнсе ашай, һәм был шул ҡәҙәр киң таралған, хатта ғүмер оҙонлоғо күрһәткестәренең түбәнәйеүенә килтерә, һаулыҡ һаҡлауға астрономик сығымдар талап итә.”

Африкала, Сахаранан көньяҡҡа табан, һәр 4-се кеше туйғансы ашамай, әммә асығыусыларҙың күбеһе- ярты миллиардтан ашыуы- донъяның иң ныҡ тығыҙ йәшәлгән регионына- Азияға тура килә.

БМО-ның Аслыҡ һәм дөрөҫ туҡланмау менән көрәш программаһы 60 тәҡдимдән тора, хөкүмәттәр уларҙы үҙҙәренең милли планындағы тәғәм йыйыу һәм һаулыҡ һаҡлау секторына индерә ала.

Шулар араһында -регион үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған ауыл хужалығы үҫеше, яңы технологиялар үҫешенә инвестициялар йәлеп итеү һәм дөйөм белем биреү программалары.


Конференцияла һәр кешенең хәүефһеҙ һәм туҡлыҡлы аҙыҡҡа хоҡуғы булыуын раҫлаусы декларация ҡабул итергә тәҡдим итәләр. Ул хөкүмәттәргә халыҡты аслыҡ, микроэлементтар етешмәү, һимереү кеүек хәлдәрҙән, сифатһыҙ аҙыҡ-түлектән йолоп ҡалыуҙы йөкмәтә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий